Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостандан бейеклеккә һикереүсе Данил Лысенко Чехияла Донъя саҡырыуы этабында көмөш миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандан бейеклеккә һикереүсе Данил Лысенко Чехияның Острава ҡалаһында Донъя саҡырыуы этабында көмөш миҙал алды. Спортсының һөҙөмтәһе — 2,36 метр, тип хәбәр итә «РИА Новости».

Турнирҙа Катар вәкиле Мутаз Эсса Баршим еңеү яуланы (2,38 метр), тәүге өсәүҙе Сириянан Маджид Эддин Газаль япты (2,25 метр).

Был Данил Лысенконың Катар еңел атлеты менән тәүге осрашыуы түгел. Мартта еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан спортсыһы, 2,36 метр бейеклеккә һикереп, беренсе урынды яуланы. Ул саҡта Мутаз Эсса Баршим икенсе булды — 2,33.

Быйыл майҙа Катар вәкиле АҠШ-та «Гәүһәр лига»ның өсөнсө этабында Лысенконы уҙып китте һәм тәүге урынға сыҡты. Рәсәй еңел атлеты, 2,32 метр планканы артылып, икенсе урынды алды.

http://www.bashinform.ru/news/1173472-prygun-v-vysotu-iz-bashkirii-danil-lysenko-vzyal-serebro-na-etape-mirovogo-vyzova-v-chekhii-/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть