Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Владимир Путин яңы хакимиәттең составын билдәләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Владимир Путин Президент хакимиәтенең составын билдәләне. Дәүләт башлығы Антон Вайноны ҡабаттан хакимиәт етәксеһе итеп тәғәйенләне, хакимиәт башлығының ике беренсе урынбаҫары — Сергей Кириенко һәм Алексей Громов, башлыҡ урынбаҫары — президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Владимир Островенко һәм Магомедсалам Магомедов  вазифаһын һаҡлап ҡалды. Тәғәйенләүҙәр тураһында указдар дәүләт башлығы сайтында баҫылған.

Владимир Путин үҙенең алты советнигын ҡабаттан тәғәйенләү тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы. Герман Клименко һәм  Сергей Григоров үҙ вазифаларынан азат ителде, тип яҙа ТАСС. Бынан тыш, Президент дәүләт башлығы ярҙамсылары вазифаларына тәғәйенләү хаҡында указдарға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт башлығы Владимир Кожинды һәм Евгений Школовты вазифаларынан бушатты. Путин Михаил Кротовты йәнә Конституция судында президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләне.

http://www.bashinform.ru/news/1173313-vladimir-putin-opredelil-sostav-novoy-administratsii/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть