Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә мәҙәниәт министрының элекке урынбаҫары Лилиә Каширина менән бәхилләшәләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының элекке урынбаҫары Лилиә Алик ҡыҙы Каширина 44-се йәшендә ҡапыл вафат булды.

Мәрхүмә менән бәхилләшеү бөгөн,14 июндә, иртәнге 11-се яртыла Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа.

Лилиә Алик ҡыҙы Каширина 1975 йылдың 24 майында Башҡортостандың Благовещен ҡалаһында тыуған. 1997 йылда Өфө технология сервис институтын тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығында эшләй, белгестән бүлек етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үтә.

2012 йылда Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә һәм унда 2016 йылға тиклем эшләй, тармаҡтың финанс-иҡтисади блогы өсөн яуап бирә.

Һуңғы йылдарҙа ул республиканың Благовар районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булды. Мәрхүмәнең улы ҡалды.

http://www.bashinform.ru/news/1173326-v-ufe-prostyatsya-s-byvshim-zamestitelem-ministra-kultury-liliey-kashirinoy-bezvremenno-ushedshey-iz/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть