Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда суд приставтары һәм полицейскийҙар тикшереүҙәр уҙғара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан биләмәһендә 13 июндә «Бурыслы» комплекслы профилактик сара башланды. Суд приставтары һәм полицейскийҙарҙың берләштерелгән акцияһы 21 июндә тамамлана.

Ведомство хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы түләнмәгән административ штрафтары, төрлө категориялы бурыстар барлығына тикшерә, шулай уҡ хоҡуҡ боҙған өсөн яуаплы булырға теләмәгән бурыслыларҙың адрестары буйынса бергәләп рейдтар үткәрә.

«Административ штраф уны һалыу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң 60 көндән ҡалмай түләнергә тейеш. Закон тарафынан билдәләнгән ваҡытта уны түләмәгән кешеләр «административ язаны үтәүҙән баш тартыу» статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был статья санкцияһы түләнмәгән штраф суммаһынан ике тапҡыр ҙурлыҡта, әммә мең һумдан да кәм түгел административ штраф һалыу йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эш формаһында язаны күҙ уңында тота», — тип хәтергә төшөрҙөләр Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1173254-v-bashkirii-sudebnye-pristavy-i-politseyskie-provodyat-profilakticheskie-reydy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть