Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

«Өфө» футбол клубы рәсми рәүештә яңы баш тренерҙың исемен атаны

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Өфө» футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов вәғәҙәләгәнсә, байрамдарҙан һуң Башҡортостан командаһының яңы баш тренеры исемен атаны. Сергей Семак урынына уның ярҙамсыһы Сергей Томаров ҡалды.

«Белгес менән контракт өс йылға иҫәпләнгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Өфө» футбол клубының матбуғат хеҙмәтендә.

Белешмә

Сергей Томаровҡа 36 йәш, сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан. Тренер карьераһын йәш «Өфө» штабында башлай. 2015 йылда төп составтың тренерҙар штабына күсә.

Белгес «Өфө» футбол клубын Рәсәй премьер-лигаһының рәсми матчына бер тапҡыр сығарҙы инде. Ул Евгений Перевертайло киткәндән һуң булды һәм шул саҡта команда уның етәкселегендә «Нефтсе» стадионында бик эмоциялы матчта Мәскәүҙең «Спартак» футбол клубын ҡыйратты, шул рәүешле Милли футбол лигаһынан төшөп ҡалыуынан ҡотолдо.

http://www.bashinform.ru/news/1173178-fk-ufa-ofitsialno-nazval-imya-novogo-glavnogo-trenera/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть