
Өфөләрҙе «Минең пион» костюмдар конкурсына саҡыралар

Өфөләрҙе «Минең пион» костюмдар конкурсына саҡыралар Фото: strongprint.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты Өфө халҡын «Минең пион» костюмдар конкурсына саҡыра. Учреждениела хәбәр итеүҙәренсә, эштәрҙең (костюмдар, күлдәктәр, баш кейемдәре, биҙәүестәр һәм башҡалар) теләһе ниндәй материалдан күңел теләгән техникала эшләнеүе мөмкин. Конкурсҡа улар ойоштороусылар комитетының электрон адресына: ufabotsad-konkurs@mail.ru фото йәки скан-күсермәһе формаһында тапшырыла. Ғаризалар 25 июнгәсә ҡабул ителә. Бүләкләү тантанаһы 30 июнгә күҙалланған. Иң яҡшы эштәр аҙаҡҡы күрһәтеүҙә тәҡдим ителә. Еңеүселәр – диплом, башҡалар ҡатнашыусы сертификаты ала. Белешмәләр өсөн телефондар: 286-12-33, 286-12-55.
http://www.bashinform.ru/news/1172948-ufimtsev-priglashayut-na-konkurs-kostyuma-moy-pion/