Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Республика халҡы ҙур ышаныс менән банкка аҡса һала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда банкка аҡса һалыу буйынса ыңғай динамика һаҡлана, тип мәғлүмәт бирҙеләр республиканың Милли банкында.

  Ағымдағы йылдың 1 майына төбәктә йәшәүселәрҙең банкка һалынған аҡсалары 373 миллиард һум тәшкил иткән. Ул уҙған йылға ҡарағанда 8,3 процентҡа күберәк.

Шул уҡ ваҡытта һалынған аҡсаларҙың 90 проценты – Рәсәй һумында, 10 проценты сит ил валюталарында һаҡлана.

Милли банкында билдәләүҙәренсә, май башында республика халҡының вкладтары буйынса ҡалған өлөшө кредиттар буйынса бурыстарҙан ашып киткән.

«Депозиттар юуйынса процент ставкаларын кәметкән хәлдә лә уларҙың килемлелеге элеккесә инфляциянан артып китә (1 майға – 1,5 процент). Башҡортостан буйынса халыҡ һалған аҡсаларҙың уртаса ставкаһы һуңғы мәғлүмәттәр буйынса 5,1 процент кимәлендә билдәләнгән (бер йылдан ашыу ваҡытҡа). Шул рәүешле, банк вкладтарының йәлеп итеүсәнлеге һаҡлана», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй банкының Урал баш идаралығының Башҡортостан буйынса бүлексәһе – Милли банкы идарасыһы Марат Кашапов.

Һуңғы ете йыл эсендә республика биләмәһендә банктарҙың йәлеп иткән вклад күләме 2,6 тапҡырға артҡан. Ул бөтә Рәсәйгә хас. Банкка аҡса һалыуға тотороҡло ышаныс уларҙы страховкалау менән аңлатыла. Һалған аҡсалар буйынса иң ҙур компенсация суммаһы 1,4 миллион һум тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1172905-zhiteli-bashkirii-vsye-bolshe-doveryayut-bankovskim-vkladam-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть