Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең нимәнән йышыраҡ үлеүе асыҡланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың ғинуарынан апреленә тиклем Башҡортостанда 17 349 кеше үлгән. Ул 2017 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 190-ға күберәк.

Федераль статистика хеҙмәте белгестәре республика халҡының төп үлем сәбәптәрен атаны. Беренсе урында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары тора – 6909 кеше вафат булған. Икенсе урында – яман шеш – 2408 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡайһы бер зарарлы ауырыуҙарҙан 267 кеше үлгән, түберкулездан – 59. Тышҡы сәбәптәрҙән 1138 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.  

http://www.bashinform.ru/news/1172635-stalo-izvestno-ot-chego-chashche-vsego-umirayut-zhiteli-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть