Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Бөгөн Дәүләт Думаһына пенсия йәшен арттырыу тураһында закон индерелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Хөкүмәттең пенсия йәшен арттырыу тураһындағы закон проектын бөгөн индереүҙәре ихтимал, тип белеп ҡалған «Ведомости» баҫмаһы. Һүҙ иң ҡаты вариант – пенсияға ирҙәрҙең 65 һәм ҡатындарҙың 63 йәштән сығыуы хаҡында бара. Сығанаҡтарҙың мәғлүмәттәре буйынса, министрҙар кабинетының финанс-иҡтисади һәм социаль блоктары араһында бөтә килешмәүсәнлектәр тиерлек яйға һалынған инде. Хөкүмәт Финанс министрлығы сценарийы буйынса 2019 йылдан башлап, йыл һайын берешәр йыл арттырырға тәҡдим итеүе мөмкин. Бынан тыш, Дәүләт Думаһында фекер алышҡанда арттырыу тиҙлеге буйынса ыңғай килерҙәр һәм, бәлки, пенсияға сығыуҙың аҙаҡҡы йәшен билдәләрҙәр.

Закон проектын бөгөн ҡарауға индерһәләр, Дәүләт Думаһы уны киләһе сессияла ғына ҡабул итә ала. Әлегенең аҙағына тиклем – тик беренсе уҡыуҙа ғына, сөнки проектты таратыуға ҡағиҙәләр буйынса бер ай бирелә, тип билдәләй федераль баҫма белгестәре.

http://www.bashinform.ru/news/1173098-zakon-o-povyshenii-pensionnogo-vozrasta-postupit-v-gosdumu-14-iyunya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть