Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың баш ҡалаһында «хәләл» кафеларын тикшереү башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты хеҙмәткәрҙәренең баш ҡалалағы «хәләл» дөйөм туҡланыу урындары һәм магазиндары буйлап ризыҡтың ислам ҡанундары буйынса әҙерләнгәнен һәм мосолманға ашарға ярамаған (сусҡа ите, үле мал ите, ҡан) компонеттары юҡлығын раҫлаған сертификаттары булыу-булмауға тикшереү рейдтары старт алды.

Әлеге ваҡытта республикала хәләл аҙыҡ-түлек етештереү арта, был ҡулланыусылар баҙары күптәрҙе йәлеп итә. Белгестәр ошондай кафеларҙа һәм киосктарҙа аҙыҡ-түлектең «хәләл» стандарттарына тап киләме-юҡмы икәнлеген, уларҙың сертификаттарын тикшерҙе.

«Хәләл» стандарттарына талаптарҙы 2002 йылда Рәсәй Мөфтөйҙәр советы раҫлаған, тейешле билдә теркәлгән. Сертификат алған предприятиелар теркәлгән билдә аҫтында һатыу хоҡуғына эйә. Башҡортостанда бындай сертификацияны Башҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарт комитеты үткәрә.

Рейд барышында өс кафе һәм шаурма һатҡан бер киоск тикшерелде. Асыҡланыуынса, бөтә кафелар ҙа «Хәләл» алтаҡтаһын ҡуйған, ләкин ысынында стандартизация тураһында сертификаттары юҡ. Тикшереүсе төркөм эшҡыуарҙарҙы «Хәләл» билдәһен улай файҙаланырға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртте. Киоск Татарстан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарт  комитеты сертификатын күрһәтте.

Киләсәктә бындай рейдтарҙы даими уҙғарыу, һөҙөмтәләрҙе Башҡортостан юлдаш телеканалының «Йома» дини тапшырыуында күрһәтеү күҙаллана, тип хәбәр итә Башҡортостан мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте.

http://www.bashinform.ru/news/1172903-v-ufe-nachalis-proverki-khalyalnykh-kafe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть