Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» конкурсы лауреаттары бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Бөгөн, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан, Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Унда республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы вәкилдәре, «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто директоры Венера Хәкимова, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, республиканың төп киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре, журналистар ҡатнашты. Был көндә Матбуғат йортоноң туғыҙынсы ҡатында Башҡортостан Журналистар союзының яңы бинаһын асыу тантанаһы булды.

Һуңынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музейҙа Рәсәй журналистар союзының 100 йыллығына арналған «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» республика конкурсы лауреаттарына дипломдар тапшырылды. Тантанаға күп йылдар тармаҡта фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Башҡортостан журналистикаһы ветерандары саҡырылғайны.

Салауат ҡалаһының «Һайлау» гәзитенән Зәбир Исламов, «Благовар хәбәрҙәре» район гәзите мөхәррире Лира Ғафарова, «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Сәлимйән Бәҙретдинов  «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» конкурсының өсөнсө дәрәжә дипломдарына лайыҡ булды.

«Ейәнсура таңдары» район гәзитенең бүлек мөдире Виктория Демидова (Куянова) «Немного бомж, немного дипломат» тигән эше һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазиндың тормошо һәм ижады тураһында сюжеты өсөн конкурста икенсе урынды алды.

«Яңылыҡтар — беҙҙең һөнәребеҙ» китабы өсөн «Башинформ» агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» конкурсы еңеүсеһе тип танылды.

Кесаҙна, 14 июндә, республика киң мәғлүмәт саралары журналистары Ҡариҙел районында йолаға әүерелгән  «Журфест» байрамында ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1173046-v-ufe-nagradili-laureatov-konkursa-zhurnalistika-nasha-sudba/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть