Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Урал аръяғында йыл һайын юлдарға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә — Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумында «Инфраструктура үҫешенең стратегик өҫтөнлөктәре: инвестициялар, энергетика, логистика» түңәрәк өҫтәле уҙҙы. Сығыш яһаусыларҙың береһе — Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов Урал аръяғында инфраструктура сикләүҙәрен алыу өсөн республика бюджеты йыл һайын 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеүен хәбәр итте.

Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына ярашлы, быйыл ошо сараларға 1,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Шул иҫәптән Учалы-Иманғол-Баҙарғол автомобиль юлын төҙөкләндереүгә, Сибай-Күсей-Хәлил, Баймаҡ-Ишбирҙе юлдарын капиталь ремонтлауға, Ейәнсура районында Иҙелбәк-Байыш юлында Ҡаҫмарт йылғаһы аша күпер төҙөүгә, Әбйәлил районында Йәнгел йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереүгә. Шулай уҡ Дәүләт-Әлмөхәмәт юлын Магнитогорскиҙың урау юлы менән тоташтырған юл һалыу күҙаллана.

2018-2020 йылдарға территориаль заказ сиктәрендә Сибайға автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуға, ремонтлауға һәм төҙөүгә 45 миллион һум күләмендә субсидия бирелгән. 2018 йылда Таусылар проспектын, Чайковский һәм Шахтерҙар урамдарын ремонтлау ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1172997-v-zaurale-na-dorogi-ezhegodno-vydelyaetsya-ne-menee-1-mlrd-rubley-gostrans-rb/

Теги: форум, юлдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть