Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Ураҙа байрамына әҙерләнәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә 15 июндә, Ураҙа байрамында, «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге алдында республика байрамы уҙғарыла. Уны Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте булышлығында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм социаль әһәмиәткә эйә проекттарға ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү менән шөғөлләнгән «Ферзь эшлекле клубы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы әҙерләй.

Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт, хәләл-йәрминкә, балалар өсөн анимация майҙансыҡтары һәм, әлбиттә, байрам былауы менән һыйланыу көтә. Ҡотлау телмәре менән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин сығыш яһай.

Теләгән һәр кем Ураҙаның традициялары менән таныша һәм ғаиләһе менән ял итә алһын өсөн байрам асыҡ майҙансыҡта үткәрелә, тип хәбәр итте ойоштороусылар. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана, инеү ирекле.

http://www.bashinform.ru/news/1172828-v-ufe-gotovyatsya-k-prazdniku-uraza-bayram/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть