Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда синоптиктар алдағы ял көндәренә фараз бирҙе: йылы булырмы?

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Быйыл календарь йәйҙең тәүге декадаһы Рәсәйҙә көҙгөсә һалҡынса булыуы менән иҫтә ҡалыр. Башҡортостанда Рәсәй көнөндә ҡояшлы һауа торошонан һуң күк йөҙө йәнә болоттар менән ҡапланды һәм ямғыр яуа башланы.

Алдағы өс ял көнөндә республикала йылы булырмы? Башгидромет белгестәре фаразлауынса, әле республикала көндәрҙең һалҡын һәм йонсоу тороуы көтөлә.

Бөгөн, 13 июндә, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Иртәгә, 14 июндә, урыны менән бер аҙ ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ, елдең ваҡыты менән көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +8,+13, көндөҙ 15-20, көньяҡта 25 градусҡа тиклем.

15 июндә, Ураҙа байрамында ла ямғырҙар тынмай. Һауа температураһы 12-17, көньяҡта 21 градусҡа ҡәҙәр.

16-17 июндә лә синоптиктар ҡояшлы көндәр вәғәҙәләмәй. Бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Төнгө сәғәттәрҙә 4-10, көндөҙ 17 градус йылы.

http://www.bashinform.ru/news/1172875-v-bashkirii-sinoptiki-dali-prognoz-pogody-na-predstoyashchie-trekhdnevnye-vykhodnye-zhdat-li-tepla/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть