Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Сибайҙа автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Сибайға эш сәфәре барашында ошо ҡалала  автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөлөшө менән танышты. Уның етештереүсәнлеге йылына 6,7 миллион кубометрға етер һәм тәүлегенә 270 автомобиль ҡабул итер тип күҙаллана. Объектты март айында төҙөлә башланы, сентябргә файҙаланырға тапшырыу ҡаралған.

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары  Павел Романенков билдәләүенсә, Сибайҙағы автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы – газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса республика программаһы сиктәрендә булдырырға күҙалланған алтауҙың беренсеһе. Ҡалған бишәүһен Дүртөйлөлә, Өфөлә, Нефтекамала, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарында төҙөү планлаштырыла. Шул рәүешле Башҡортостанда автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларының дөйөм иҫәбе 20-гә етә.

  

- Беҙ әле лә Рәсәйҙә транспортты газ-мотор яғыулығына күсереү буйынса алдынғы, ҡыуып етә алмаҫлыҡ булабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы төбәктә автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары селтәрен үҫтереү буйынса артабанғы пландарҙы, шулай уҡ төҙөгән саҡта республика етештереүселәренең компрессор ҡоролмаларын файҙаланыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1172419-novaya-agnks-v-sibae-budet-vvedena-v-sentyabre/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть