Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Рәсәй көнөн һәм Ҡала көнөн байрам итеү сағыу салют менән тамамланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

12 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды: Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 264 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 444-се йыллығын – Ҡала көнөн билдәләне.

Ғәҙәттәгесә, байрам көнө Салауат Юлаев һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскә һалыуҙан башланды. Артабан ҡаланың бөтә райондарында күҙалланған саралар башланды. Иң сағыуҙары араһында – көрәш буйынса «Салауат вариҫтары» бөтә Рәсәй асыҡ турниры, ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе, профессиональ футбол өсөн яңы майҙансыҡты файҙаланыуға тапшырыу, ҡала йәштәренә паспорт тапшырыу тантанаһы, «Яратам һине, тыуған төйәгем!» байрам программаһы, «Яҡшы былау» кулинария конкурсы, «Шәжәрә» конкурсы,  KFC Battle Fest спорт һәм музыка фестивале, «Өфө йүкәләре» ҡала вокал конкурсы еңеүселәрен бүләкләү, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты.

Ҡаланың бер юлы өс майҙансығында күренекле артистар сығыш яһаны. Ленин исемендәге майҙанда — Радик Юльяҡшин (Elvin Grey). Конгресс-холл артындағы «Ватан» майҙанында – «Пицца» төркөмө йырсыһы Сергей Приказчиков, Американың виртуоз борғосоһо һәм йырсы Рональд Бейкери, Рәсәй йырсыһы, «Sugar Mamas» төркөмө йырсыһы булараҡ билдәле Анжелика Фролова һәм «Тауыш» телевизион проекты ҡатнашыусы Наҙгөл Отузова. «Өфө-Арена»һы алдындағы майҙанда — L'One.

Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары халыҡ уйындарында, оҫталыҡ дәрестәрендә, квестарҙа, шашка, шахмат, армлифтинг, мини-футбол, гер спорты буйынса ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты. Бай йөкмәткеле байрам көнө Ленин исемендәге майҙанда салют менән тамамланды. Сағыу фейерверкты ҡарарға бер нисә мең кеше йыйылды.

http://www.bashinform.ru/news/1172724-prazdnovanie-dnya-rossii-i-dnya-goroda-v-stolitse-bashkirii-zavershilos-krasochnym-salyutom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть