Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡала халҡын коммуналь, социаль һәм һаҡ хеҙмәте өлкәһендәге предприятиеларҙың вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

14 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында коммуналь, социаль һәм шәхси хеҙмәттәр күрһәтеүсе, шулай уҡ һаҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе предприятиеларҙың вакансиялар йәрминкәһе үтә.

Тәҡдим ителгән вакансиялар араһында – администратор, автомобиль водителе, йөксө, диспетчер, урам һепереүсе, консультант, менеджер, мастер, ашнаҡсы, балта оҫтаһы, слесарь, тракторсы, электрик һәм башҡа эш урындары.

Йәрминкәгә килгәндәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше бирелә һәм һөнәри йүнәлеш буйынса компьютер диагностикаһы үткәрелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай, тип билдәләнеләр Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.

Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1172083-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarku-vakansiy-predpriyatiy-sfery-kommunalnykh-sotsialnykh-i-okhrannykh-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть