Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда класташын ҡотҡарған өсөн уҡыусы ҡыҙҙы бүләкләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Стәрлетамаҡта һыуға батып барған кешене ҡотҡарғанда ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек күрһәткән өсөн алтынсы класс уҡыусыһы Камилла Тайсинаны бүләкләнеләр. Тантаналы шарттарҙа уға Башҡортостан Республикаһынан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Почет грамотаһы»һын тапшырҙылар.

Быйыл яҙ ҡыҙ боҙ аҫтына киткән класташын ҡотҡарған. Хәл Стәрле йылғаһында теркәлгән, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ телевидениеһы.

«Унда боҙ булған, һәм ул төшөп киткән. Мин ныҡ ҡурҡтым, уға сығырға ярҙам итеүҙән башҡа сарам юҡ ине.Ҡысҡыра башланым һәм портфеленән тотоп ярға һөйрәп сығарҙым», — тип һөйләне ҡыҙыҡай.

http://www.bashinform.ru/news/1172572-v-bashkirii-shkolnitsu-nagradili-za-spasenie-odnoklassnika/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть