Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестиваленең гала-концерты 30 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ғәйәт ҙур гала-концерт менән тамамланды.

Быйыл фестивалдең һуңғы көнө Рәсәй көнөн һәм Ҡала көнөн байрам итеүгә арналды. Сәхнәнән алып барыусылар Фаягөл Дәүләтйәрова һәм Сергей Филатов иғлан итеүҙәренсә, байрамға 31 мең тамашасы йыйылды. Сәхнә алдындағы партерҙа һәм Өфө амфитеатры битләүҙәрендә шул хәтлем күп тамашасыға байрам кәйефе лә, алдағы көндәр менән сағыштырғанда йылыраҡ һауа торошо һәм аяҙ күк йөҙө лә булышлыҡ итте.

Был кис Өфө сәхнәһендә республиканың иң яҡшы башҡарыусылары һәм коллективтары – опера йырсылары Диляра Иҙрисова, Любовь Буторина, Илһам Вәлиев, Әлим Ҡәйүмов, Фларида Иркина, эстрада башҡарыусылары Екатерина Ямщикова, Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев, Полина Кобец, Сиявуш Шерматов, «Ҡарауан» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһаны.

«Ошо фестивалдә икенсе тапҡыр ҡатнашам. Был минең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм ҡыуаныс – бында шундай күңелгә ятышлы шарттар һәм тәбиғәттә йырлау бик дәртләндерә. Мин Заһир Исмәғилевтың «Былбылым» романсын йырланым, уны беҙҙең милли колоритты күрһәтеү өсөн программаға һайланылар», — тип һөйләне Диляра Иҙрисова.

Артистар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Ҡасимов идаралығында Башҡорт дәүләт филармонияһының Эстрада-джаз оркестры оҙатыуында йырланы. Коллектив яңы программаһы менән Өфө тамашасыһын тәүгә таныштырҙы.

Этно-өлөштә өфөләр өсөн йәнә бер тапҡыр алдағы кисә фавориттары – Бүрәт Республикаһының «Shono» төркөмө, Ҡаҙағстандан «Олотау» этно-рок коллективы, «Арғымаҡ» башҡорт төркөмө һәм «Zainetdin» этно-шоу проекты сығыш яһаны.

Концертта ҡыҙыҡлы мәлдәр ҙә булды. Атап әйткәндә, фестиваль сәхнәһенә ике Сергей Приказчиков – «Пицца» төркөмөнөң популяр башҡарыусыһы һәм уның атаһы – Эстрада-джаз оркестры скрипкасыһы сыҡты.

«Бөгөн open air ғына түгел, был оркестр концерты. Бөтәһе лә ысын тауыш менән генә яңғырамай, оркестр аранжировкаһында яңғырай. Мин оркестр оҙатыуында ғүмеремдә тәүгә сығыш яһайым – был минең өсөн бик мөһим. Унан бигерәк, был оркестрҙа атайым скрипкала уйнай. Өфөлә Рәсәй көнө һәм Ҡала көнөндә атайым менән бергә сығыш яһауыбыҙ беҙҙең өсөн бик символиклы», — тип хәбәр итте Сергей Приказчиков.

Франциянан виртуоз борғосо Рональд Бейкер музыкаль дуэлдә Өфө борғосоһо Артур Ғимаев менән алышты. Шулай уҡ ҡунаҡ бер нисә йыр башҡарҙы. Рәсәйҙә Бейкер тәүгә генә сығыш яһамай, әммә Башҡортостандың баш ҡалаһына беренсе тапҡыр килгән. Музыкант фестивалде иҫ киткес тип атаны һәм унда тәҡдим ителдән стилдәрҙең һәм йүнәлештәрҙең төрлөлөгөнән тәьҫир алыуын билдәләне.

Өфөләрҙе шулай уҡ «Тауыш» телевизион шоу-проекты ҡатнашыусылары – Рәсәй йырсылары, «Sugar Mamas» төркөмө башҡарыусыһы Анжелика Фролова һәм балалар «Тауыш»ы ҡатнашыусыһы Наҙгөл Отузованың сығыштары ҡыуандырҙы. Аҙаҡҡы сығыштарҙа тамашасылар ғәҙәттәгесә сәхнә алдындағы бейеү майҙансығына сыҡты.

Байрам «Евразия йөрәге» фестиваленең гимнын башҡарыу менән тамамланды.

Баш ҡалала биш көнлөк «Евразия йөрәге» фестивале Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәй мәҙәниәт министры булышлығында үтте. Уны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡортостан Милли симфоник оркестры һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ойошторҙо.

http://www.bashinform.ru/news/1172741-v-ufe-gala-kontsert-festivalya-serdtse-evrazii-sobral-bolee-30-tysyach-zriteley/

Теги: фестиваль
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть