Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы.

«Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн республика бөтә ил менән бергә дәүләт байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй.

Ул Ватаныбыҙ халыҡтарының уртаҡ яҙмышын һәм берҙәмлеген, Рәсәй дәүләтселегенең бай традицияларын кәүҙәләндерә, барыбыҙҙы ла ватансылыҡ һәм Тыуған илгә хеҙмәт итеү идеяһы тирәләй берләштерә.

Бөгөн Башҡортостан иҡтисадты һәм социаль өлкәне уңышлы үҫтерә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтә, ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра, ил етәкселеге ҡуйған яңы күләмле бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итергә тырыша. Ижтимағи тотороҡлолоҡ, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡ, үҫешкән сәнәғәт, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт республикабыҙҙы Рәсәй дәүләтенең ышаныслы терәге итә.

Тыуған илдең именлеге һәр ҡайһыбыҙҙың тырышлығына, инициатива күрһәтеүенә һәм яуаплылығына бәйле. Был байрамды беҙ лайыҡлы уңыштар, илдең киләсәге өсөн тулы ышаныслылыҡ менән ҡаршы алабыҙ.

Уртаҡ йортобоҙ — бөйөк Рәсәй тыныс булһын һәм сәскә атһын! Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!».  

http://www.bashinform.ru/news/1172562-rustem-khamitov-pozdravil-zhiteley-respubliki-s-dnyem-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть