Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

17 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда һуңғы Советтар Союзы Геройына таҡтаташ асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Мәсетле районында Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латыповҡа таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Ул легендар летчик-штурмовик уҡыған Дыуан-Мәсетле ауылында Х. Фәтҡуллин исемендәге урта мәктәп бинаһына ҡуйылған.

«Ветерандарҙы хәтерләү һәр ҡайһыбыҙҙың бурысы, Ҡотдос Ҡәниф улы районыбыҙҙың берҙән-бер Советтар Союзы Геройы», — тип билдәләне үҙ сығышында муниципалитет хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова. Ул шулай уҡ ҡыйыу фронтовиктың 95 йыллығы хөрмәтенә әле төрлө саралар ойошторолоуын һәм уҙғарылыуын билдәләне.

Ҡотдос Латыпов ауыр һуғыш юлын үткән, быны наградалар битендәге яҙмалар дәлилләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул 134 хәрби осош яһаған, 22 танкты, 40-таған автомашинаны, биш самолетты, ҡорал, хәрби припас һәм техника менән тулы ике тимер юл эшелонын, туғыҙ артиллерия батареяһын, 450 һалдат һәм офицерҙы юҡ иткән.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән командованиеның хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм шунда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн лейтенант Ҡотдос Латыпов Ленин орденын һәм «Алтын йондоҙ» миҙалын тапшырыу менән Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Шул мәлдә уға ни бары 22 йәш булған.

Башҡортостандан һуңғы Советтар Союзы Геройы 2016 йылдың 23 декабрендә донъя ҡуйҙы. Ул Мәскәүҙәге Троекуров зыяратында ерләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1171563-v-bashkirii-otkryli-memorialnuyu-dosku-poslednemu-geroyu-sovetskogo-soyuza-/

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть