Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Мәскәүҙә «Ҡыҙыл майҙан» фестивале: Башҡортостан «Китап» нәшриәте китаптары дипломдарға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә IV А.С. Пушкиндың тыуған көнөнә һәм Рус теле көнөнә арналған «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале тамамланды.

Фестиваль барышында Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы уҙғарған «Йылдың иң яҡшы китаптары» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Йылдың иң яҡшы китаптары» конкурсының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Конкурс йомғаҡтары буйынса «Тарихи Өфө» баҫмаһы төбәктең мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индергән, йәш быуын араһында китапты пропагандалаған өсөн Дәүләт Думаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

«Уҡыусылар «Ағас төҙөлөшө» китабы менән бик ҡыҙыҡһына, уны беҙҙең фирма магазинында, шулай уҡ сайтта һатып алырға мөмкин», — тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.

Конкурс Матбуғат һәм киң коммуникациялар федераль агентлығы булышлығында 27 йыл уҙғарыла. Унда йыл һайын 140-150 нәшриәт ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1169556-festival-krasnaya-ploshchad-v-moskve-knigi-bashkirskogo-izdatelstva-kitap-udostoeny-diplomov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть