Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Халыҡ-ара викимарафон йомғаҡтары башҡорт википедиясыларын шатландырмай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Сираттағы «Вики-яҙ 2018» викимарафоны тамамланды. Был Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре википедиясыларының виртуаль энциклопедияның һәр тел бүлегендә үҙҙәренең илдәре тураһында бергәләшеп мәҡәләләр яҙыу буйынса халыҡ-ара проекты. Сара 2015 йылдан уҙғарыла һәм өс йыл рәттән уларҙа башҡорт бүлеге мөхәррирҙәре лә ҡатнаша.

«Быйыл 24 тел бүлеге вәкилдәре эш башланы, беҙҙең командала 16 кеше 484 мәҡәлә яҙҙы һәм 9-сы булды. Дөйөм Европа «копилкаһына» индергән өлөш 5 процент тәшкил итә. Тәжрибәле мөхәррирҙәрҙән икенсе йыл Әлфиә Аҡбутина алдынғы булды, яңы башлап тороусылар араһында Луиза Юлдашева уңышҡа өлгәште. Ағымдағы йылда ғына ошо мөхәррирҙәрҙең эше бөтәһе 201 мәҡәлә тәшкил итте. Викимарафон сиктәрендә өс йыл эсендә ҡатнашыусы илдәр тураһында башҡорт телендә 1202 мәҡәлә ижад ителгән. Билдәләп үтергә кәрәк, был ҙур булмаған берләшмәбеҙ өсөн яҡшы һөҙөмтә», —тип һөйләне марафонда ҡатнашыу тураһында башҡорт бүлеге хакимы, халыҡ-ара викимарафондың локаль өлөшөн ойоштороусы Зөфәр Сәлихов.

Уның һүҙҙәренсә, халыҡ-ара викимарафон йомғаҡтары башҡорт википедиясыларын шатландырмай. Башҡа тел бүлектәрендә Башҡортостан тураһында мәҡәләләр һаны буйынса меңлек сиккә етеү өмөтө аҡланманы. «Вики-яҙ 2018» сиктәрендә 130, дөйөм алғанда өс йылда 768 мәҡәлә яҙылған. Ҡайһы бер ҡыҙыҡһынған авторҙар рус телен белмәүҙәрен яҙа, ә инглиз Википедияһында беҙҙең республика тураһында мәҡәләләр аҙ.

«Башҡортостан тураһында артабан мәҡәләләр әҙерләү өсөн Википедияға инглиз телен белгән ирекмәндәр кәрәк. Бында өлкән класс уҡыусылары, шулай уҡ инглиз телен тәрән өйрәнеүсе студенттар ярҙам итә алыр ине тип уйлайым. Ҡалғандарға мәҡәләләрҙе инглиз Википедияһынан икенсе телдәргә тәржемәләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ», —  тип иҫәпләй Зөфәр Сәлихов.

Башҡорт Википедияһы хакимы фекеренсә, быларҙың барыһы ла республиканы интернет-киңлектә танытыуға ҙур өлөш индерә алыр ине. Нәҡ шундай алым Ростов өлкәһендә ҡулланыла, унда йәш энтузиастар тыуған төйәгенең иҫтәлекле урындары тураһында инглиз телендә мәҡәләләр яҙа, ә тәжрибәле ирекмәндәр бағыусылар ярҙамында дәүртләндереүсе семинарҙар һәм олимпиадалар уҙғара.

http://www.bashinform.ru/news/1169201-itogi-mezhdunarodnogo-vikimarafona-ne-raduyut-bashkirskikh-vikipedistov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть