Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Мин — башҡорт, тип танышығыҙ…» китабының исем туйы үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында, «Мин — башҡорт, тип танышығыҙ…» китабының исем туйы үтте.

Китаптың авторы — танылған башҡорт шағирәһе, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрәе, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Зөлфиә Ханнанова.

Китап З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 1000 данала донъяла күргән. Исем туйына тип автор тағы шунса баҫтырған. Сарала бик күп китап һатылды, тип билдәләнеләр нәшриәттә.

Исем туйында китапҡа ингән шиғырҙарҙы билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Фәнзил Санъяров, Хөрмәтулла Үтәшев, Фирҙәт Ғәлиев, Флүрә Мурзина, Риф Ғәбитов, Гөлфиә Янбаева, Рәсүл Ҡарабулатов, Йәмил Ишмөхәмәтов, Ғәзиз Әбделманов, Филүс Ҡасимов уҡыны.

Кисәлә популяр артистар Венер Камалов һәм Гөлсөм Бикбулатова, шулай уҡ шағирәнең кесе ҡыҙы Әминә Әлибаева сығыш яһаны. Улар Зөлфиә Ханнанова шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Мосолмандарҙың изге айы Рамаҙанда Афзал, Айнур, Морат һәм Хаммат хәҙрәттәр сараға фатиха бирҙе.

«Театрҙа исем туйы ысын мәғәнәһендә күңел байрамына әүерелде. Зөлфиә Ханнанованың шиғриәте ихласлығы һәм тәрәнлеге, ҡыйыулығы һәм шул уҡ ваҡытта баҫалҡылығы менән айырылып тора. Шағирәнең һәр һүҙендә халыҡ яҙмышы, уның үткәне һәм яҡты киләсәге сағыла», — тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.

http://www.bashinform.ru/news/1168157-v-ufe-sostoyalas-prezentatsiya-knigi-nazyvayte-sebya-bashkirom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть