Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Сочиҙа Марсель Сәлимовтың «Аллалар менән һөйләшеү» китабының исем туйы уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Сочиҙа «ЛиФФт» Бөтә Рәсәй әҙәбиәт фестивале лауреаты Марсель Сәлимовтың Симферополдә донъя күргән «Аллалар менән һөйләшеү» китабының исем туйы булды. Сара А.С.Пушкин исемендәге китапханала үтте.

«Марсель Сәлимов – билдәле Рәсәй яҙыусыһы һәм сатиригы, һәр китабының донъя күреүе – беҙҙең әҙәбиәт тормошонда сағыу ваҡиға», — тип билдәләне Рәсәй Яҙыусылар союзының беренсе секретары Светлана Василенко.

Ҡара диңгеҙ буйындағы асыҡ майҙансыҡта шағир-юморист үҙенең шиғырҙарын уҡыны һәм китапханаға автографлы китаптарын бүләк итте.

Евразия конгресы президенты Маммед Хәлилов «Билдәле башҡорт сатиригының «Таврида» заманса художестволы тәржемәләү үҙәге проекты буйынса баҫылған китабы – әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн шәп бүләк» тип белдерҙе.

«Евразия тауыштары» китаптар серияһында сыҡҡан ошо шиғри йыйынтыҡтың исем туйы Ҡырымда, Махачкала һәм Ярославль ҡалаларында ла уҙа.

Исем туйы III «ЛиФФт» Евразия әҙәбиәт фестивале барышында ойошторолдо. Программала «Заманса Евразия яҙыусылары» антологияһы күрһәтелде. Тәүге Евразия антологияһында 27 илдән 50 авторҙың әҫәрҙәре тупланған. Унда Мар. Сәлимдең башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә шиғыры баҫылған.

«Был фестивалдең киләсәге бар, сөнки уның нигеҙендә халыҡтар һәм әҙәбиәттәр дуҫлығы ята. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Светлана Смирнова һәм Евразия халыҡтары ассамблеяһының Яҙыусылар һәм китап уҡыусылар союзы рәйесе Маргарита Аль әҙәби-мәҙәни сараларҙы юғары халыҡ-ара кимәлдә ойошторған, — тип хәбәр итте Марсель Сәлимов. — Башҡортостан яҙыусылары делегацияһының республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтеүҙәренә шатмын».

http://www.bashinform.ru/news/1168002-v-sochi-sostoyalas-prezentatsiya-knigi-marselya-salimova-razgovor-s-bogami/                                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть