Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – транспортты газификациялау буйынса Рәсәйҙә тәүге урында – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан автотранспортты газ-мотор яғыулығына күсереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумының пленар ултырышында ошо хаҡта белдерҙе.

– Башҡортостан Республикаһы транспортты газификациялау буйынса Рәсәй Федерацияһында лидер булып тора. Башҡортостанда урынлашҡан «Газпром» предприятиелары менән берлектә ҙур эш башҡарҙыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн беҙҙә 15 газ тултырыусы компрессор станцияһы бар. Тиҙҙән тағы биш заправка төҙөү күҙаллана. Дүрт меңдән ашыу берәмек транспорт – йөк ташыусылар, автобустар һәм таксомотор парктары тәбиғи газ менән эшләй ҙә инде.

Республика етәксеһе «Рәсәй тимер юлдары» менән дә газ мотор яғыулығына күсеү буйынса эш алып барылыуын билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында файҙаланыуҙы әүҙемләштереү саралары тикшерелде.

http://www.bashinform.ru/news/1164607-bashkortostan-lider-v-rossiyskoy-federatsii-po-gazifikatsii-transporta-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть