Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә хәтере юйылыу менән интеккән 80 йәшлек Михаил Лучинин хәбәрһеҙ юғалған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөнән 80 йәшлек Михаил Лучинин аҙнанан ашыу үҙе тураһында хәбәр итмәгән. Пенсионер йәкшәмбе, 20 майҙа, көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә өйөнән сығып киткән. Һуңғы тапҡыр уны Черниковка биҫтәһендәге Хәкимов урамында күргәндәр.

Билдәләре: буйы 180 см, ҡаҡса кәүҙәле, көмрөләнә, атлаған саҡта аҡһай, күҙҙәре көл төҫлө ҡыҫығыраҡ, сал сәсле, 2-3 аҙналыҡ сал һаҡаллы.

Күкһел зәңгәр пинжәк, һыҙатлы ҡыҙғылт ҡара күлдәк, аҡһыл йәшел төҫтәге спорт салбары, күк резина калуш, ҡара бәйләм кепка кейгән. Хәтере юйылыу менән интегә, ҡайһы берҙә исем-шәрефен, адресын һәм туғандарын иҫләмәй.

Оло йәштәге ирҙе күргәндәрҙе йәки уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙе 02, 102 һандарына полицияға, 8-927-969-89-19, 8-927 941-65-11 – волонтерҙарға шылтыратыуҙарын һорайҙар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть