Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Русагро» Башҡортостанда – һөт заводы төҙөргә, ә «Хейнекен» һыра ҡайнатыу заводы өсөн арпа үҫтерергә ниәтләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Петербург иҡтисади форумы даирәләрендә республика етәкселеге һәм профилле ведомстволар потенциаль инвесторҙар менән 30 миллиард һумға инвестиция килешеүҙәре төҙөнө һәм бер төркөм һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Атап әйткәндә, «РУСАГРО» компаниялар төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президенты Вадим Мошкович менән осрашыуҙа республикала тәүлегенә 1 мең тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә завод төҙөү ниәте өйрәнелде. Әңгәмә барышында республикалағы инвесторҙарға дәүләт ярҙамы саралары тикшерелде, ярашлы майҙансыҡтар ҡаралды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында.

Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы өлкәһе менән бәйле тағы ла бер проект – «Хейнекендың берләшкән һыра заводтары» корпорацияһы өсөн арпа үҫтереү. Республикала компанияға Стәрлетамаҡтағы «Шихан» заводы ҡарай. 2016 йылғы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан етәкселеге менән осрашыуҙа генераль директор Эьен Страйп компанияның Стәрлетамаҡ районында 1 мең гектарҙан ашыу арпа сәскәнен һәм сәсеүлек майҙандарын 5 мең гектарға еткерергә күҙаллауын һөйләгәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1164701-rusagro-planiruet-postroit-v-bashkirii-molokozavod-a-kheyneken-vyrashchivat-yachmen-dlya-pivovaren/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть