Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат юлдары буйлап» фильмын төшөрөү милли батырҙың тыуған төйәгенән башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Салауат юлдары буйлап» фильмын төшөрөү милли батырҙың тыуған төйәге — Башҡортостандың Салауат районынан башланды.

«Төп маҡсатыбыҙ — Салауат Юлаев тыуған Тәкәй ауылынан бер ус тупраҡ алыу. Оператор Илсур Ишәев был мәлде, шулай уҡ Салауат районының күркәм урындарын, Салауат мәмерйәһен төшөрөп алды. Был кадрҙар милли батырыбыҙҙың тыуған яғы хаҡында фильмға һәм роликка инә. Уны беҙҙең киноэкспедиция Рәсәйҙең һәм Эстонияның 12 ҡалаһы буйлап саралар барышында күрһәтергә ниәтләй», — ти фильмдың режиссеры Таңсулпан Бураҡаева.

Проект етәксеһе, Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов Салауат Юлаевтың шиғырын уҡып ишеттерҙе, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев иһә ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнаны.

Ижади төркөм Роберт Юлдашевҡа һәм уның командаһына Әлкә ауылында проектты яҡлап хәйриә концерты ҡуйған өсөн рәхмәт белдерә.

«Роберт Юлдашев, беҙҙең күләмле кинопроектты хуплап, «Ҡурайсы» төркөмө һәм «Guzal-Dance» менән Минзәләлә һәм Ҡазанда шәфҡәтлелек концерты бирергә, шулай уҡ ул Таллин һәм Палдиски ҡалаларына килергә ниәтләй», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына проект етәксеһе Фәрит Ғәбитов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Президент гранттары фондының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн Рәсәй Президенты грантын алды.

http://www.bashinform.ru/news/1164105-semki-filma-dorogami-salavata-nachalis-s-rodiny-natsionalnogo-geroya/                      

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть