Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда эшләп йөрөгән иң өлкән пенсионерҙы атанылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

 Башҡортостанда 200 меңдән ашыу пенсионер етештереүҙең төрлө тармаҡтарында эшләүен дауам итә. Уларҙың иң өлкәне 93 йәште уҙған. Оло йәштәге ханым Өфөлә йәшәй һәм эшләй, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.

«Республикабыҙ Рәсәйҙең оҙон ғүмерлеләр күп йәшәгән биш төбәге иҫәбенә инә. Хәҙер Башҡортостанда йөҙ йәшен артылған 158 пенсионер, шул иҫәптән 18 ир-егет бар. Уларҙың иң өлкәненә 107 йәш тулды», — тип билдәләне Башҡортостан буйынса бүлексә идарасыһы Фоат Хантимеров.

Әлеге көндә Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1,181 миллион пенсионерға аҡса түләй.

Шуның менән бергә, федераль киң мәғлүмәт саралары Рәсәй Пенсия фондына һылтанып хәбәр итеүенсә, илдә 100 йәшлек биш пенсионер эшләп йөрөй.

Уларҙың өсәүһе — Мәскәүҙә, берәүһе — Мәскәү өлкәһендә, тағы ла берәүһе Краснодар крайында йәшәй.

Рәсәйҙә иң ҡарт пенсионер Чечняла ғүмер итә. Документтарға ярашлы, ҡатын 1889 йылдың 1 июлендә тыуған. Хәҙер уға 128 йәш.  

http://www.bashinform.ru/news/1164176-v-bashkirii-nazvali-samogo-starogo-rabotayushchego-pensionera/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть