Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә театр йондоҙҙары ҡатнашлығында «Әсәйҙәр өсөн зарядка» була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры «Әсәйҙәр өсөн зарядка» тигән яңы социаль проект иғлан итте. Проект Ғаилә йылына бағышланған.

5 июндә киске сәғәт 6-сы яртынан 6-ға ҡәҙәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры алдында фитнес-үҙәк белгестәре яңы шөғөлләнә башлағандар өсөн һауыҡтырыу гимнастикаһы сеансын үткәрә.

Музыка, фитнес-тренерҙарҙың күрһәтмә сығыштары, дауалау физкультураһы белгестәре кәңәштәре һәм ваҡытты файҙалы үткәреү. Проектта театр йондоҙҙары, танылған алып барыусылар, дикторҙар ҡатнаша.

«Эш менән һаулығыбыҙҙы ҡайғыртыу тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Был тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла: сөнки йорт мәшәҡәттәре, балалар һәм олоғайған ата-әсәләр тураһында хәстәрлек улар иңендә ята. Республикабыҙҙың төп театры оҙаҡ йылдар иң яҡшы рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булды, шуға күрә Ғаилә йылында «Әсәйҙәр өсөн зарядка» тигән акция иғлан итте һәм тамашасыларҙы ла унда ҡатнашырға саҡыра», — тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.

«Әсәйҙәр өсөн зарядка» проекты партнерҙары спектакль башланыр алдынан театр фойеһында бүләк карталарын, сертификаттар, продукция өлгөләрен уйната.

http://www.bashinform.ru/news/1163869-v-ufe-sostoitsya-zaryadka-dlya-mam-s-uchastiem-zvezd-teatra/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть