Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» индергән тәжрибәләр исемлеге киңәйә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был уҙған йылдың июнендә төҙөлгән үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүҙе тулыландыра. Документҡа республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева ҡул ҡуйҙы.

Килешеү «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» проекты сиктәрендә республикала индерелгән уңышлы тәжрибәләр исемлеген киңәйтә. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы шуларҙың береһен – Свердловск өлкәһе тәҡдим иткән «1 000 лифт» губернатор программаһын тормошҡа ашыра башлаған да инде.

Ҡул ҡуйылған документ сиктәрендә «Передышка» төркөмө (терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған инвалид балаларҙы реабилитациялау һәм уларҙың ата-әсәләрен ярҙам итеү) кеүек проекттарҙы, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһенә дәүләткә ҡарамаған тәьминәтселәрҙе йәлеп итеүҙе, «Агрополис» (йәштәр фермер хужалыҡтарын һәм агросәнәғәт комплексында мәғлүмәт-консультация биреүҙе үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу) һәм «Ирекмән картаһы» йәштәр-социаль проектын ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» – граждандарға Рәсәй төбәктәрен социаль-иҡтисади үҫтереүҙең иң яҡшы тәжрибәләре һәм башланғыстары конкурсы йомғаҡтары буйынса асыҡланған дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү тәжрибәләре йыйылған онлайн-майҙансыҡ ул.

Әлеге ваҡытта «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» 43 донор төбәк ҡатнашлығында 77 әҙер ҡарарҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостандан уға «Һәр йортҡа, һәр фатирға – янғын тураһында иҫкәрткән ҡоролма», «Стартаптар автобусы» һәм социаль йүнәлешле «100-ҙө ал, 20-не кире ҡайтар» тәжрибәләре индерелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1163717-v-bashkortostane-rasshiryaetsya-perechen-vnedryaemykh-praktik-magazina-vernykh-resheniy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть