Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.40 ↓

EUR 75.65 ↑

18 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Татарстан кешеһе элекке һөйгәнен көсләгән һәм урлаған өсөн хөкөм ителде

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөнөң Киров районы суды 34 йәшлек Татарстан кешеһен алты йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итте. Ул «көсләү», «енси характерҙа көс ҡулланыу», «кеше урлау» һәм «законһыҙ рәүештә порнография материалдарын әҙерләү һәм интернет селтәрендә таратыу» статьялары буйынса ғәйепле тип танылды.

Район прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2017 йылдың апрелендә Өфөлә быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән ир элекке һөйгәне менән табын ҡорған. Унда көнләшеү хисе уянған: бысаҡ менән янап, ҡатынды көсләгән.

«Ир элекке өйҙәшен көсләгән һәм өҫтәүенә нисек енәйәт ҡылғанын смартфонының видеокамераһына төшөргән. Шунан һуң ул ҡатынды үҙе менән Ҡазанға алып киткән, — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола. — Һуңғараҡ ул порнографик видеояҙмаларҙы интернетҡа һалған».

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны.      

http://www.bashinform.ru/news/1163902-v-ufe-zhitel-tatarstana-poluchil-srok-za-iznasilovanie-i-pokhishchenie-eks-sozhitelnitsy/

Теги: көсләү, суд
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть