Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда һәр мәктәп уҡытыусыһы өсөн «хәүефле төймә» булдырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостандың һәр мәктәбендә виртуаль һаҡ системаһы эшләй башлай. Ул уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә мәғариф учреждениеларындағы ғәҙәттән тыш хәл тураһында еткерергә мөмкинлек бирә.

«Хәүефле төймә» мобиль телефонға ҡушымта рәүешендә ҡуйыла. Ниндәйҙер хәл була ҡалһа, уҡытыусылар тиҙ генә һаҡ агентлығына ошо хаҡта хәбәр итә ала, улар биш минут эсендә килеп етергә тейеш.

«Һаҡсылар ниндәй уҡытыусынан һәм ҡайһы кластан сигнал килеүен алдан белә. Хәҙер 161-се лицей уҡытыусыларының да хәүефле төймәһе бар», — тип һөйләне белгестәр.

Һаҡсылар билдәләүенсә, киләсәктә барлыҡ балалар баҡсаларында һәм лагерҙарҙа ошондай система булырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1163776-u-kazhdogo-shkolnogo-uchitelya-v-bashkirii-poyavitsya-trevozhnaya-knopka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть