Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Милли кейем байрамы рекорд ҡуйырға ниәтләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә 9 июндә «Евразия йөрәге-2018» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Милли кейем байрамы уҙғарыла. Ойоштороусылар милләттәр һәм ҡатнашыусылар һаны буйынса былтырғы рекордты уҙып китергә ниәтләй.

Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, милли кейем парады байрамдың иң сағыу өлөшө булмаҡсы. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Совет майҙанына йыйылып, ҙур флешмобта ҡатнаша. Артабан Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлеген сағылдырған парад Пушкин урамы, Театр майҙаны һәм Зәки Вәлиди урамы буйлап Конгресс-холл яғына атлай.

Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов хәбәр итеүенсә, байрамда ҡатнашыусылар Башҡортостанда йәшәгән 40-тан ашыу милләттең: башҡорт, рус, татар, сыуаш, поляк, украин һәм башҡа этностарҙың милли кейемдәрен күрһәтә. Парадҡа сит ил вәкилдәре — Ҡытай, Һиндостан, Вьетнам, Нигериянан студенттар ҙа ҡушыла.

Сағыу костюмдарҙан тыш, сараны ойоштороусылар халыҡтың биҙәү-ҡулланма сәнғәте, милли биҙәүестәр, стилләштерелгән кейем күргәҙмәләрен әҙерләй. Милли кейем байрамы Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне менән тамамлана һәм киләһе проектты — «UFA – Kuraifest» фестивален аса.

Байрам башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ҡурайға арнала. Ошо уйын ҡоралы менән бергә халыҡ, классик, эстрада-электрон музыка яңғырай.

Быйыл «UFA – Kuraifest» фестивалендә Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ҡатнаша. Оркестр менән бергә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылар квинтеты – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Азат Биксурин һәм Рушан Биктимеров, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Илнур Хәйруллин, Салауат Хәлимов, Илнур Һибәтуллин, шулай уҡ  World Music жанрында эшләгән өфөләрҙең яратҡан «ZAMAN» төркөмө (Мәскәү) сығыш яһай.

Төрлө уйын ҡоралдарында уйнаған Заһир Зәйнетдиновтың (ZAINETDIN этно-шоуы) сығышы Ҡурай фестиваленең иң сағыу өлөшө булырға вәғәҙәләй.

Концерттың иң йәш ҡатнашыусыһы — «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй йәш таланттар конкурсы финалсыһы, оркестр-ҡыҙыҡай  Ләйсән Золотарева.

http://www.bashinform.ru/news/1163288-v-ufe-prazdnik-natsionalnogo-kostyuma-planiruet-rekord-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть