Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөләге Яҡутов паркында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөн билдәләнеләр

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Уҙған көндәрҙә Өфөләге Иван Яҡутов исемендәге паркта Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө сиктәрендә байрам сараһы үтте. Иҫтәлекле көн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса илебеҙҙә йыл һайын 24 майҙа билдәләнә. Координатор Юрий Кабашов етәкселегендә «Берҙәм Рәсәй» – «Йәш гвардияһы» йәштәр ойошмаһы менән берлектә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто байрамдың ойоштороусыһы булып сығыш яһаны.

Координатор һүҙҙәренсә, бай йөкмәткеле байрам программаһына славян яҙмаһын белеүгә уйындар һәм викториналар инде.

«Бәләкәй балалары булған ғаиләләр өсөн балалар педагог-психологы менән программа уҙғарҙыҡ. Кескәйҙәр боронғо славян алфавитын төшөрөргә, уларҙан исемдәрен яҙырға өйрәнде. Шулай уҡ һүрәт төшөрөү буйынса уҡытыусы балаларға рус халыҡ әкиәттәре геройҙарын нисек төшөрөргә күрһәтте», — тип һөйләне Юрий Кабашов.

Байрамдың икенсе өлөшө өлкәндәргә йүнәлтелде, теләгән һәр кем Ватанға һәм тыуған тәбиғәткә арналған шиғырҙы тасуири уҡыу конкурсында ҡатнаша алды.

http://www.bashinform.ru/news/1163959-v-ufimskom-parke-yakutova-otmetili-den-slavyanskoy-pismennosti-i-kultury/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть