Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

24 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Яҙыусылар союзы «Рамаҙан – Изгелек эстафетаһы» тигән акция иғлан итте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы «Рамаҙан – Изгелек эстафетаһы» тигән акция иғлан итте. Акцияла ҡатнашыу өсөн изге эш эшләргә, уны төшөрөп алырға һәм фотоны #Рамаҙан_изгелек_эстафетаһы хэштегы менән һалырға һәм эстафетаны артабан тапшырырға кәрәк.

«Бөтөн донъя мосолмандары өсөн изге айҙа республиканың Яҙыусылар союзы хәйриә акцияһы иғлан итте. Ул мохтаждарға һәм оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек йәки әйберҙәр тапшырыу, шулай уҡ аҡса күсереү, гәзит-журналдарға яҙылыу була ала. Акцияла ҡатнашыу өсөн миллионер булырға кәрәкмәй, изге йөрәкле булыу һәм яҡыныңа ярҙам итеү теләге етә», — тип аңлатты союз рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың күренекле журналист һәм яҙыусы, бик күп премиялар лауреаты Мансаф Ғиләжевҡа хәл белешеп барыуы акцияның тәүге изге эше булды. Яҙыусы яңыраҡ үҙенең 85 йәшен билдәләне. Артабан эстафета Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты, шағирә Зөлфиә Ханнановаға тапшырылды.

http://www.bashinform.ru/news/1163391-soyuz-pisateley-bashkortostana-obyavil-aktsiyu-ramadan-estafeta-dobra/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть