Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университеты — Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ университеты исемлегендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Сит илдәге The Financial Engineer Times (USA, California) медиа-үҙәге төҙөгән Рәсәй университеттары рейтингына ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең алдынғы вуздары араһында 91-се урынды биләй һәм үҙенең әһәмиәте буйынса байтаҡ Мәскәү университеттарын уҙып киткән, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт университетының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡорт дәүләт университеты был рейтингта тәҡдим ителгән бөтә республика вуздарын уҙған. Артабан исемлектә баш ҡала вуздарынан 160-сы урында Өфө дәүләт авиация техник университеты килә, һуңынан – Башҡорт дәүләт педагогия университеты – 180-се урында.

Белешмә. TFE Times рейтингы юғары уҡыу йорттары булған илдәр буйынса төҙөлә, бөтөн донъянан 4000-дән ашыу юғары уҡыу йортон иҫәпкә ала һәм сит ил университеттары менән конкуренттарҙың үҙ урындарын сағыштырыу өсөн файҙаланыла. Рәсәй сегментында йыл һайын 400-ләгән иң әһәмиәтле университет сағыла.

http://www.bashinform.ru/news/1163700-bashkirskiy-gosuniversitet-v-sotne-luchshikh-universitetov-rossii-po-versii-tfe-times/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть