Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

25 майҙа Башҡортостанда 18 меңдән ашыу 11-се класс уҡыусыһы өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» яңғырай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөн, 25 майҙа Башҡортостанда 18 меңдән ашыу 11-се класс уҡыусыһы өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» яңғырай.

Байрам саралары, был көндө биләмәләрендә 9-сы класс уҡыусыларының сит телдәр буйынса төп дәүләт имтиханы барған белем биреү учреждениеларынан тыш, мәктәптәрҙә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Был мәктәптәрҙә 11-се кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау һуңыраҡ уҙғарыла.

Республиканың бөтә мәктәптәрендә лә һуңғы ҡыңғырауға ҡағылышлы йолаларға һаҡсыл ҡарайҙар. Улар араһында иң популяр – тышҡы ҡиәфәт. Тантана өсөн кейем – байрамса. Мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙар аҡ селтәрле алъяпҡыстар менән ҡара күлдәктәр кейә, ә баштарына ҙур аҡ банттар таға. Сығарылыш класс егеттәре классик костюм кейә ала. Бөтә 11-се класс уҡыусылары яурын аша таҫма тағырға тейеш – ул сығарылыш уҡыусыларының айырмалыҡ билдәһе. Төҫтәре зәңгәр, ҡыҙыл һәм хатта патриотик формала – өс төҫтә булыуы мөмкин. Таҫмала сығарылыш йылы һәм «выпускник» һүҙе яҙыла. Тағы ла бер символ – бәләкәй ҡыңғырау. Уны пинжәктең ҡайтармаһына йәки алъяпҡысҡа беркетәләр.

Шәмбе, 26 майҙа, 11-селәрҙе матур «Яҙғы бал» көтә. Ул Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында ла уҙа.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24-25 майҙа Башҡортостанда алкоголь һатыу тыйылған.

Билдәләп үтергә кәрәк, сығарылыш уҡыусылары ял итергә ашыҡмай, сөнки 28 майҙа берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы башлана. Төбәктә аттестаттар тапшырыу тантанаһы менән сығарылыш кисәләре яҡынса бер айҙан була.

http://www.bashinform.ru/news/1163762-posledniy-zvonok-prozvuchit-v-bashkirii-25-maya-dlya-bolee-18-tysyach-odinnadtsatiklassnikov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть