Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда XIV «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кисә Сибай ҡалаһында XIV «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсын асыу тантанаһы булды.

Конкурс программаһы өс көнгә иҫәпләнгән, ул 26 майҙа ҡаланың Үҙәк майҙанында гала-концерт менән тамамлана. Йәш сиген киңәйтеү һәм 50 йәшкәсә бәйгеселәргә ҡатнашырға рөхсәт итеү быйылғы конкурстың яңылығы булып тора. Ярыштар 16 йәшкәсә һәм 16-50 йәш төркөмдәрендә үтә.

Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан, Татарстан Республикаһынан, Коми, Силәбе өлкәләренән 80-дән ашыу ҡатнашыусы ғариза биргән.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова рәйеслегендәге жюри баһалай.

Беренсе «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы 1996 йылда үтте.

Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының бай йыр мираҫын һаҡлау, юғары һөнәри кимәлгә эйә яңы таланттар асыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү. Йылдан-йыл конкурс киңәйә, уның йөкмәткеһе тәрәнәйә, абруйы арта бара.

Төрлө йылдарҙа «Ирәндек моңдары»нда Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан, Татарстан Республикаһы, Төмән, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург йырсылары ҡатнашты.

«Ирәндек моңдары» конкурсы еңеүселәре: Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Лилиә Ишемйәрова, Радик Вәлмөхәмәтов, Минзәлә Түләбаева, Баязит Байназаров, Рауил Харрасов, Сәғиҙулла Байегетов, Гөлсөм Бикбулатова, Альберт Салауатов, Хәсән Усманов, Рәмил һәм Зөлфиә Әбүбәкировтар, Рөстәм Шаһыбалов, Филүс Ҡалмурзин, Алһыу Бәхтиева, Нәсимә Тимерова, Венера Рәхмәтуллина, Фәнил Кинйәғолов, Сөмбөл Баймырҙина, Сәйет Билалов, Диляра Иҙрисова, Зәлиә Хөббөтдинова, Иҙел Аралбаев һөҙөмтәлә башҡорт эстрадаһының күренекле башҡарыусылары булып китте.

http://www.bashinform.ru/news/1163620-v-bashkortostane-otkryvaetsya-xiv-mezhregionalnyy-konkurs-ispolniteley-bashkirskoy-pesni-irandyk-mon/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть