Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә 140 эш урынына иҫәпләнгән шампунь етештереү цехы эшләй башлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Юнистрой» компанияһы директоры инвестиция килешеүе төҙөнө. Унда Благовещен ҡалаһында шампунь, косметик һәм текстиль-ярҙамсы саралар етештереү буйынса цех эшләтеп ебәреү тураһында әйтелгән.

Төҙөлөш тамамланғас заводҡа 140-лаған кешене эшкә алалар.

«Цех, мәҫәлән, туҡымаға һыу һеңдермәү сифаты биргән препараттар етештерәсәк. Бер үк ваҡытта заводта шампундәр, шыйыҡ һабын, металл эшкәртеү һәм скважиналар быраулауҙа ҡулланылған иретмәгә өҫтәмәләр өсөн майлау-һыуытыу шыйыҡсалары етештереү ойоштороласаҡ», – тип яҙа РБК-Өфө.

http://www.bashinform.ru/news/1163772-v-bashkirii-zapustyat-tsekh-po-proizvodstvu-shampuney-na-140-rabochikh-mest/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть