Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге 2018 йылғы премия лауреаттарын атанылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Йәшлек» республика йәштәр гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһаны.

2018 йылда беренсе премияны Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы уҡыусыһы Лиана Сәфиуллина яуланы. Унынсы класс уҡыусыһы үҙенең «Халҡым» тип янып йәшәйек!» мәҡәләһендә башҡорт телен өйрәнеү проблемаһын күтәреп сыға, уны хәл итеү юлдарын эҙләй һәм йәштәргә аныҡ тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итә.

Ошо көндәрҙә «Йәшлек» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре конкурстың иң әүҙем ҡатнашыусыларын бүләкләү өсөн республика райондары буйлап йөрөнө. Еңеүселәр тантаналы рәүештә диплом, аҡсалата бүләк һәм иҫтәлекле бүләк менән билдәләнә.

Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсы 2017 йылдың декабрендә иғлан ителде. Конкурстың маҡсаты – йәштәргә илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ, төрлө яҡтан шәхес үҫтереү рухында тәрбиә биреү, шулай уҡ ижадта әүҙем, уҡыуҙа һәм ижтимағи тормошта иң яҡшы ижади һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү.

«Яҙыусы һәм әҙәбиәтсе, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Тимерғәли Килмөхәмәтов рәйеслегендәге жюри төрлө тематикалағы байтаҡ эштәрҙе ҡарап сыҡты. 17 конкурс эше гәзит биттәрендә һәм социаль селтәрҙәрҙә баҫылып сыҡты», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына конкурс кураторы Айбулат Ишназаров.

Еңеүселәрҙең тулы исемлеге һылтанма буйынса «Йәшлек» гәзитендә баҫылған.

Булат Солтангәрәев Өфөләге Киров районының 3-сө гимназияһының сығарылыш класында уҡыған. Ул уҡымышлы, яҡшы тәрбиәле йәш кеше, патриот булған, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм еңгән. 2011 йылдың 22 майында фажиғәле рәүештә ғүмере өҙөлгән.

http://www.bashinform.ru/news/1163590-v-bashkortostane-nazvali-laureatov-premii-imeni-bulata-sultangareeva-2018-goda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть