Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Росгидромет май аҙағында көндәрҙең һалҡынайтыуын һәм июндең йылы булыуын фаразлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Росгидромет йәй көнө илдең Европа өлөшөндә һауа температураһының норманан юғарыраҡ булыуын фаразлай, тип хәбәр итте «Российская газета» баҫмаһына Гидрометүҙәк директоры Роман Вильфанд. Ләкин бер төрлө һауа торошон көтөргә кәрәкмәй: йылы осорҙоң һалҡындар һәм ямғырҙар менән алмашыныуы күҙаллана.

Ҡитғала иң эҫе осор – июлдә, ә Ҡара диңгеҙ буйында августа булырға тейеш (был һыуҙың йылыныуы менән бәйле).

Йәйге температура майҙа үҙенең кире яғын күрһәтте лә инде, тип билдәләне илдең баш синоптигы. Ҡайһы бер төньяҡ булмаған төбәктәрҙә ай аҙағында ямғыр яуыуы — иртә йылыта башлау эҙемтәһе ул. Шул иҫәптән май аҙағында Көньяҡ Уралда көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә — урыны менән температура +3 градусҡа тиклем түбәнәйә.

«Әгәр уҙған йылдың майын быйылғыһы менән сағыштырһаҡ, температура буйынса айырма 8 градусҡа етә. Июндә лә шуға оҡшаш хәл булыр тип фаразлайбыҙ», — тип иҫәпләй Вильфанд.

http://www.bashinform.ru/news/1163578-rosgidromet-prognoziruet-pokholodanie-v-kontse-maya-i-ochen-teplyy-iyun-/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть