Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.18 ↑

EUR 76.72 ↓

21 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Республикаһы һәм «КАМАЗ асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы һәм «КАМАЗ асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм компанияның генераль директоры Сергей Когогин ҡул ҡуйҙы.

Документ яҡтарҙың Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан «КАМАЗ» предприятиеларын һөҙөмтәле үҫтереүгә йүнәлтелгән, шул иҫәптән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу юлы менән үҙ-ара эш итеүен күҙ уңында тота.

Ошо эшмәкәрлекте тейешле саралар планы сиктәрендә бойомға ашырыу күҙаллана. Ул, атап әйткәндә, берлектәге эшсе төркөм ойоштороуҙы, «Туймазы бетон ташыусы машиналар заводы» һәм «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең үҫеш буйынса программаларын Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереү мөмкинлеген, шулай уҡ Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ошо маҡсатҡа аҡса бүлеүҙе күҙаллай.

Килешеү уны оҙайтыу ихтималлығы менән 2020 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә.

– «КАМАЗ» предприятиеһындағы коллегаларға республика биләмәһендә Нефтекама һәм Туймазы заводтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән аңлы, етди, динамикалы эш алып барыуҙары өсөн рәхмәт әйткем килә. Ошо сәнәғәт предприятиеларының үҫешеүен күрәбеҙ. Инвестициялар йүнәлтелә, яңы производстволар асыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, бынан алдағы килешеүҙәрҙә теркәлгәнсә бара, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгө килешеү ошо производстволарҙы артабан үҫтереүҙе, ҡеүәттәрҙе арттырыуҙы, продукцияның яңы төрҙәрен барлыҡҡа килтереүҙе күҙ уңында тота. Был «КАМАЗ»ға ла, Башҡортостанға ла кәрәк. Шулай итеп, бөгөн беҙ киләсәккә табан тағы ла бер яҡшы аҙым яһаныҡ.

– Беҙҙең өсөн Башҡортостан Республикаһы – Яр Саллынан ҡала икенсе әһәмиәтле майҙансыҡ. Ошо майҙансыҡта эшләүселәрҙең дөйөм һаны – 8 меңдән ашыу кеше. Әлбиттә, урындағы власть менән эш итеүебеҙ бик мөһим. Өҫтәүенә беҙҙең һәр активта Башҡортостан Республикаһының өлөшө бар. Бөтә ғәмәлдәрҙе килешеп эшләйбеҙ, – тине Сергей Когогин. – Әлеге килешеүҙе хеҙмәттәшлекте, инвестиция эшмәкәрлеген киңәйтеүгә йүнәлтәбеҙ. Хәҙер ваҡыт тиҙ алмашына, һәм урындағы властың предприятиены дөрөҫ йүнәлештә үҫтереүебеҙгә ышанысы булырға тейеш. Ә беҙ инвестиция әүҙемлегебеҙҙә ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләйбеҙ.

 http://www.bashinform.ru/news/1163517-podpisano-soglashenie-o-sotrudnichestve-mezhdu-respublikoy-bashkortostan-i-pao-kamaz/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть