Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23 ↓

EUR 73.72 ↓

23 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Силәбе өлкәһендә шағир-юморист Марсель Сәлимовтың кисәһе уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева, Валя Заһиҙуллина/.

Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһының Үҙәк китапханаһында яҙыусы-сатирик, шағир-юморист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель Сәлимовтың «Китап» китапхана берләшмәһендә ҡатнашыусылар менән ижади осрашыуы үтте.

Китапхана директоры урынбаҫары Наталья Соколова, сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, күптәр башҡорт сатиригының китаптарын ихлас уҡыуын һәм танылған автор менән осрашыуға шат булыуын билдәләне.

«Китап» берләшмәһе етәксеһе Валя Заһиҙуллина яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡында һөйләне, үҙенең сирек быуат самаһы элек сатирик менән тәүге ижади осрашыу ойоштороуын иҫенә төшөрҙө.

Технология һәм иҡтисад техникумының сит телдәр уҡытыусыһы Әлиә Ноғоманова оҙаҡ йылдар Марсель Сәлимов етәкләгән «Һәнәк» журналының үҙ ваҡытында ауыл ерендә халыҡтың һәм илдең реаль тормошо тураһында төп баҫма кеүек булыуы тураһында хәтирәләре менән бүлеште.

Ижад кисәһендә Марсель Сәлимовтың рус, башҡорт һәм татар телдәрендә донъя күргән китаптарынан күргәҙмә ойошторолғайны. Яҙыусы китапханасыларға һәм уҡыусыларға китаптарға һаҡсыл мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Марсель Сәлимов башҡорт, рус һәм татар телдәрендә юмористик шиғырҙарын һәм хикәйәләрен уҡыны. «Һандуғас» халыҡ ижади коллективы етәксеһе Фанит Ҡарасуриндың тальянкала уйнауы һәм йырҙар ҡунаҡ өсөн музыкаль бүләк булды.

Кисә һуңында абруйлы ҡунаҡ китапханаға болгар, инглиз телдәрендәге яңы китаптарын бүләк итте. Хәҙер үҙәк китапханала билдәле әҙиптең әҫәрҙәрен сит телдәрҙә лә уҡырға мөмкин.

Икенсе көндө Марсель Сәлимов Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең ветерандар советы президиумдарының берлектәге күсмә ултырышында ҡатнашты. Сара Златоуст хакимиәтендә мэр Вячеслав Жилин ҡатнашлығында уҙҙы.            

http://www.bashinform.ru/news/1163236-v-chelyabinskoy-oblasti-proshel-vecher-bashkirskogo-yumorista-marselya-salimova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть