Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бөрөлә хайуандарҙың ҡотороҡ сиренә бәйле карантин индерелгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөрөлә хайуандарҙың ҡотороҡ ауырыуына бәйле карантин иғлан ителгән. Республика башлығының тейешле Указы 24 майҙа Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, «республика биләмәһендә хайуандарҙың ҡотороҡ сире таралыуына юл ҡуймау һәм уны бөтөрөү» өсөн 18 майҙан Бөрөлә «Гагарин, Озерная, Жуков, Столяров урамдары менән сикләнгән» биләмәлә карантин индерелгән.  

Ошо биләмәлә эт һәм бесәйҙәр күргәҙмәләрен ойоштороу, йорт хайуандары менән сауҙа, уларҙы карантинлы биләмәнән ситкә алып сығыу, шулай уҡ ҡырағай йәнлектәрҙе аулау тыйыла.

Карантин иғлан ителгән биләмә сигендә сикләү саралары уларҙы алыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәнсе ғәмәлдә, тип билдәләнә документта.      

http://www.bashinform.ru/news/1163234-v-birske-vveden-karantin-po-beshenstvu-zhivotnykh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть