Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

19 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда күп балалы әсә ике йәшлек ҡыҙын араҡы менән «дауалаған» өсөн хөкөм ителә

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Учалы район-ара прокуратураһы «ата-әсәнең бәлиғ булмаған балаһын тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәүе» статьяһы буйынса 35 йәшлек биш балалы әсәгә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү актын раҫланы.

Район прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын оҙаҡ ваҡыт үҙенең ата-әсәлек бурысын үтәмәгән. Ике йәшлек ҡыҙы алдында спиртлы эсемлектәр эскән, уның менән ҡаты мөғәләмәлә булған, матди яҡтан тәьмин итмәгән.

«Быйыл апрель айында ҡатын балаһының сирле икәнен белә тороп, дауаханаға мөрәжәғәт итеү урынына уға араҡы эсергән. Тейешенсә дауаламау һөҙөмтәһендә ҡыҙыҡай ауыр хәлдә Учалы дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатылған. Табиптар уға ике яҡлы пневмония менән менинго-энцефалит диагнозын ҡуйған. Насар туҡланыу арҡаһында баланың организмы хәлһеҙләнгән», — тип аңлатма бирҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Учалы табиптары ауыр хәлдәге сабыйҙы артабан дауалау өсөн ашығыс рәүештә Өфөгә күсерергә мәжбүр булған.

Әле ҡатындың бер балаһы социаль приютҡа урынлаштырылған, ҡалғандары иһә Учалы ҡала дауаханаһының балалар бүлегендә дауалана.

«Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Прокуратура енәйәт эшен мировой судьяға ебәрҙе. Райондың опека һәм попечителлек органдары судҡа ҡатынды әсәлек хоҡуғынан сикләү тураһында ғариза яҙған», — тип хәбәр иттеләр Учалы район-ара прокуратураһынан.

http://www.bashinform.ru/news/1163227-v-bashkirii-mnogodetnaya-mat-poydet-pod-sud-za-to-chto-lechila-dvukhletnyuyu-doch-vodkoy/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть