Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала алкоголь һатыу тыйылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөгөндән республикала ике көнгә алкоголь һатыу тыйылды. Тыйыу 24 һәм 25 майҙа мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле, тип хәбәр итә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.

Һуңғы ҡыңғырау көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу Башҡортостан биләмәһендә 2017 йылдан ғәмәлдә. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләр өсөн ул – 20-40 мең һум, юридик берәмектәр өсөн 100-300 мең һум тәшкил итә. Продукцияны тартып алыуҙары ла мөмкин.

«Һуңғы ҡыңғырау» байрамында алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыу иҫкәртеү һәм тәрбиәүи маҡсатҡа эйә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау 24 майҙа, ун беренселәр өсөн 25 майҙа яңғырай.

http://www.bashinform.ru/news/1163082-v-bashkirii-vveden-zapret-na-prodazhu-alkogolya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть