Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.17 ↓

EUR 77.34 ↓

22 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда бер ир-егеткә нисә ҡатын-ҡыҙ тура килә – статистика

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбендә юғары пропорцияһыҙлыҡ һаҡлана.

Республика статистиктарының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда бер мең ир-егеткә уртаса 1132 йәки һәр ҡайһыһына 1,132-шәр ҡатын-ҡыҙ тура килә.

Өҫтәүенә, йәш менән пропорцияһыҙлыҡ арта бара. Атап әйткәндә, 0-15 йәштәге һәр мең малайға 953 ҡыҙ тура килһә, 30-49 йәштәге һәр мең ир-егеткә – 1036 ҡатын-ҡыҙ, 60-69 йәштәге бер мең ир-уҙаманға – 1405 ҡатын-ҡыҙ. 70-те уҙғандар араһында был пропорцияһыҙлыҡ тағы юғары. Был йәш категорияһында һәр мең иргә 2332 ҡатын тура килә.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда даими йәшәгән халыҡ һаны 4,063 миллион кешенән артҡан.

Уларҙан 828,3 миллион кеше йәғни 20,4 процент – эшкә һәләтле йәштән кесерәк, 2,261 миллион кеше (55,6 процент) – эшкә һәләтле йәштә, 974 мең кеше йәғни 24 процент – эшкә һәләтле йәштән өлкәнерәк.

http://www.bashinform.ru/news/1163176-skolko-zhenshchin-prikhoditsya-na-odnogo-muzhchinu-v-bashkirii-statistika/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть