Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Яҡуп Ҡолмойҙоң 100 йыллығы: Өфөләге урамға шағирҙың исеме бирелә һәм уның юбилей кисәһе уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда танылған башҡорт шағиры һәм журналист Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр (1918 — 1994).

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, ойоштороу комитеты составы һәм юбилей сараларын үткәреү планы раҫланған. 

Юбилей тантаналары 2018 йылдың октябрендә Өфөлә һәм Ишембай районында ойошторола.

Өфөләге урамдарҙың береһенә Яҡуп Ҡолмойҙоң исеме бирелә.

Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында шағир тыуып үҫкән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйыу күҙаллана.

«Китап» нәшриәтендә Яҡуп Ҡолмойҙоң һайланма әҫәрҙәре донъя күрергә тейеш. Шағирҙың 100 йыллығына Башҡортостандың Милли әҙәби музейы һәм республиканың Милли китапханаһы юбилей күргәҙмәләрен әҙерләй.

Яҡуп Ҡолмой Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Ленинсы», «Кызыл тан» гәзиттәрендә —  үҙ хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, радиола, БАССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитетының әҙәби тапшырыуҙар редакцияһында эшләгән. 20-нән ашыу шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы авторы.

http://www.bashinform.ru/news/1163137-100-letie-yakuba-kulmyya-v-ufe-imenem-poeta-nazovut-ulitsu-i-provedut-ego-yubileynyy-vecher/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть